🎶Һигеҙенсе мөғжизә. Был донъяның мөғжизәһе бөтмәҫ Матурлыҡты тоя белгәнгә. Кемдең ҡулы тәү ҡағылды икән Таҡыя башлы ябай үләнгә?! Яһалмалыҡ баҫа был тормошто, Ялған матурлыҡтан йән биҙгән. Был заманда шундай ябайлыҡтың Һаҡланыуы үҙе мөғжизә… Юҡтан бер нәмә лә бар булмай бит, Баштан ғына тыумай мөғжизә. Мөғжизәләр тыуа – бай күңелле, Алтын ҡуллы халыҡ бар ерҙә. Алтын ҡуллы, үткәнендә ҡалдырмаған, имеш, бер ни ҙә… Бар донъяны таң ҡалдырып ҡурай Күпме быуат инде ил гиҙә! Кәрәк түгел затлы дәү һарайҙар, ҡурай ғына бары уйнаһын. Ул уйнаһа, онотола кеүек Ете мөғжизәһе донъяның. Ғүмеремдең бар асылы һиндә, ҡыҙыҡтырмаҫ бүтән бер ни ҙә. Күңелемде матурлыҡҡа әйҙәп, Йәшә әйҙә, йәшә, Һигеҙенсе мөғжизә! Рәмил Ҡол Дәүләт.