Бөгөн төркөмөбөҙҙә ысын🍁 «Көҙ байрамы» үтте! 🍁 🍂Балаларға ҡунаҡҡа һылыу Көҙ үҙе, ҡыҙыҡһыусан Ҡыҙыл Башлыҡ һәм сәнскәк Терпе килде. 🍂Балалар йырҙар йырланы, шиғырҙар ятланы, Ҡыҙыл Башлыҡҡа һәм Терпегә ярҙам итте, йырлы әйләнәлә йөрөнө һәм бейене. 🍂Байрам күңелгә ятышлы, күңелле һәм бик матур булып сыҡты. Был әкиәтте булдырырға ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт! #СказкаБаймак #Празник_осени #Əкиəт_балалар_баҡсаһы #Көҙ_байрамы