🍏 Сәләмәтлек хаҡында ябай ғына, ләкин бик ҡиммәтле кәңәштәр Йоҡоң насар булһа, башың ауыртһа, ике киҫәк кәбеҫтә аша. Ир-атҡа олоғайған һайын һуғанды күберәк ашарға кәрәк. Тымау тейһә, йүткереү башланһа, баш ауыртһа, һуған менән бал аша. Артроз һәм аяктарҙы көҙән йыйырыу кейеҙ итектән (быйманан) ҡурҡа. Эсенә борсаҡ һалып та йөрөһәң, тағы ла шәп! Туҡланғандан һуң бер киҫәк сыр сәйнәп ҡуй – тештәрең сәләмәт булыр. Алма аша – ул холестеринды ҡыуа. Кишер һабағын сәй итеп эс – геморройҙан ҡотолорһоң. Һынған урындар тиҙерәк төҙәлһен, тиһәң, йомортҡа ҡабығын онтап (он итеп ваҡлап, ашаған ризыҡтарыңа ҡуш) аша.Аяҡ табанын лимон менән ышҡы – эсеңә ауырыу кермәҫ.