Башҡорт донъяһы
КаналПубликации канала
Лента канала- +2
📌"Һеңлекәш"тәге игеҙәктәр "Йәшел Башҡортостан"да ҡатнашҡан. Александр Галибиндың Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән билдәле "Һеңлекәш" фильмында уйнаған игеҙәктәр - Денис һәм Данис Ғүмәровтар тыуған көндәрендә ағас ултыртыуҙа ҡатнашҡан. 🔹 "Йәшел Башҡортостан" акцияһының берҙәм көнөндә егеттәргә 18 йәш тулған. Улар - Башҡорт иҡтисади-юридик колледжының 3-сө курс студенттары. 🔹 Был турала Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр иткән. 💯 "Ете йыл үткән. Һәр кемеһенең үҙ юлы: Денис колледжды тамамлағандан һуң актер һөнәрен дә үҙләштерергә, ә Данис юрист булырға теләй. Ҡасандыр тыуған Инйәр буйҙарында киноға төшкән егеттәр бөгөн буй етеп, тыуған яғы өсөн ниҙер эшләүен күреү ҡыуаныс", - тип яҙған Ирина Александровна. Егеттәргә уңыштар теләйбеҙ!🥰
80 📌150 ЙЫЛ ПЕДАГОГТАР ӘҘЕРЛӘЙ Башҡортостандың бай тарихлы белем усаҡтарының береһе - Благовещен педагогия колледжы. 🔹 1876 йылдың октябрендә уҡытыусылар семинарияһы булараҡ барлыҡҡа килгән был уҡыу йорто Дмитрий Дашков бүләк иткән бинала урынлаша. Ул саҡта Дашковтар Блеговещен баҡыр иретеү заводының хужаһы була. 🔹 Был осорҙа йыл да Өфө, Пермь, Архангел, Вологда һәм башҡа губерналарҙан 280-300 кеше ғариза яҙа, шуларҙың 30-ын ғына уҡырға алалар. 🔹 1893 йылға тиклем семинарияла тик урыҫ егеттәре генә уҡый. 🔹 1917 йылғы революциянан һуң, 1918 йылда семинария бер йыллыҡ педагогия курстарына үҙгәртелә. Беренсе тапҡыр төрлө милләт ҡыҙҙары уҡырға алына. 🔹 Бөйөк Ватан һуғышынан һуң белем усағы үҫешә: 1947 йылда 7 йыллыҡ мктәптәргә физкультура уҡытыусыларын әҙерләү бүлеге асыла һәм …
Читать целиком71Йома сәйе тәмле булһын! ❤️ Хозурланып-моңланып ял итеп алығыҙ. Видео: Эвелина Әминова һәм Ғайсар Мөхәмәтйәнов.
95- +2
📌 Күмертау ҡалаһының символына һәйкәл ҡуйылған. 🔹 Күмертау ҡалаһындағы юл ҡулсаһында дала ыласыны - сапсан хөрмәтенә һәйкәл барлыҡҡа килгән. 🔹 Уны ҡала хакимиәте һорауы буйынса рәссам Илнур Ильясов эшләгән. Әйткәндәй, Күмертауҙағы муралдар ҙа уның ижад емеше. 🔹 Сапсан - Күмертау ҡалаһы Гербына төшөрөлгән ҡош. Ул башҡорт далаһын символлаштыра. Шулай уҡ ҡалала авиатөҙөлөштөң үҫешен, халыҡтың ынтылыштарының һәм уй-фекерҙәренең юғарылығын кәүҙәләндерә. 🔹 Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Астахов авторға рәхмәт белдергән. ❓ Оҡшаймы?
90 - +2
📌Балаҡатайҙа яңы модулле физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә. "Эш башланды. Майҙанда нигеҙ өсөн ерҙе әҙерләү бара, артабан инженер селтәрҙәре үткәреләсәк. Шулай уҡ подрядсы бина модулен эшләй. Тиҙҙән беҙҙә спорт менән шөғөлләнеү һәм әүҙем ял өсөн урын буласаҡ", - тип ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашҡан Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова. Комплекс Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса төҙөлә.
96 Йылмайығыҙ әле бер! 😊 Бөгөн Бөтә донъя йылмайыу көнө икән. Уны беҙ бик яратып ҡулланған смайлик-йылмайликтарҙы уйлап тапҡан Америка рәссамы Харви Бэлл булдырған. 🔹 Рәссам 1963 йылда страховкалаусы компания өсөн тәүге "йылмайлик"ты төшөрөп бирә. Был халыҡҡа хуш килә. 🤗 Йылмайыу физик хәлде яҡшырта ала икән: йылмайған саҡта тән яҙыла һәм был иммун системаһын нығыта. 😍 Йылмайғанда шатлыҡ гормондары серотонин һәм эндорфиндар күбәйә, был стресты кәметә. ☺️ Йылмайыу хатта ҡан баҫымын түбәнәйтергә һәм мейегә ҡан йөрөүен яҡшыртырға ярҙам итә. 😉 Кеше менән танышҡанда иң беренсе уның йылмайыуын хәтерҙә ҡалдыралар: яңы танышыусыларҙың 48 проценты йылмайыуға, 25 проценты кешенең һүҙенә иғтибар итә. Йылмаябыҙ һәм изге йоманы яҡшы эштәр, күтәренке кәйеф менән үткәрәбеҙ! 🥰
653
Подписчики
391
Публикации
1 346
Обновление
2 октября 2026 г.
Первая публикация
10 февраля 2026 г.
Активность канала
За 7 дней
42
публикаций
За 30 дней
184
публикаций
Просмотров за 90 дней
108 035
Ср. просмотров на пост
231