Шаймуратовцы (Волонтерский штаб им. М.М. Шаймуратова)
Без категории · 7 сентября 2026 г.
Благоварҙа ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙарға ярҙамын дауам итә
Благоварҙа ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙарға ярҙамын дауам итә Беҙҙең яугирҙар фронттың алғы һыҙығында батырҙарса алышҡан арала, тылда ла мөһим эш ҡайнай. Благовар районы Языков ауылының ирекмән ҡатын-ҡыҙҙары 2022 йылдан алып һалдаттарға ярҙам ҡулы һуҙа. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы сафында төрлө быуын вәкилдәре һәм төрлө һөнәр эйәләре. Махсус хәрби операция башлағандан алып ҡатын-ҡыҙҙар 711-ҙән ашыу маскировка селтәре бәйләгән. Разведчиктарға дүрт тиҫтәнән ашыу махсус костюмдар әҙерләгән.