Каналға яҙылыусыбыҙҙың һорауына яуап. — 28 мая 2026 г. в 07:35:43.281
Каналға яҙылыусыбыҙҙың һорауына яуап. ⚡️Әгәр һәйбәт уңыш алырға теләһегеҙ, еләктәрегеҙҙең мыйыҡтарын ҡырҡып ташлағыҙ ✅Сөнки үҫемлектең көсөн һурып, еләктәргә һутланып эреләнергә ирек бирмәйәсәк, тәме лә тәмле булмаясаҡ. ✅Өҫтәүенә, еләктәр ныҡ ҡуйырып үҫһә, япраҡтарының аҫтына төрлө бөжәк эйәләшәсәк.Шулай уҡ бәшмәк ауырыуҙарының таралыу хәүефе лә арта . ✅Ғөмүмән, еләктәр йылына ике тапҡыр-сәскә атыр алдынан да, емеш биргәндән һуң да мыйыҡ ебәрә. ✅Әгәр еләклегегеҙҙе яңыртырға теләһегеҙ, уңышығыҙҙы йыйып алғандан һуң , еләге күп һәм эре булғаң үҫемлектең тәүге ике көслө мыйығын ипләп кенә ерҙә тамырландырып, аҙаҡ күсереп ултыртығыҙ. Быны август аҙағы-сентябрь башында эшләгеҙ. Ҡалғандарын йәлләмәй ҡырҡып алығыҙ . ✅Мыйыҡтарын ботағандан һуң , еләктәр көсһөҙләнә. Шуға уларға 10 литр һыуға 1:15 нисбәтендә ҡош тиҙәге , 60 г суперфосфат һалып иҙеп һибегеҙ. ✅Шулай уҡ "Здравень Аква для клубники", "Вырастайка", "Фертика" махсус ашламаларын һибеү ҙә нығынырға ярҙам итә. ✅Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: еләктәр тәүге 4 йылда ғына мул уңыш бирә. Оҙағыраҡ ваҡыт үткән һайын улар вағая башлай. Шунлыҡтан еләклекте 4-5 йыл һайын яңыртып торорға кәрәк.