Айгуль Сакаева:
Айгуль Сакаева: *** Алтын көҙҙөң Ҡарлы ямғырында, Өшөгәндә йәнем һалҡын төндә, Килеп инеп Минең тормошома, Усаҡ яҡтың боҙло йөрәгемдә. Аҡ бәхеттәр теләп юлыбыҙға, Ап-аҡ ҡарҙар яуҙы бурап-бурап. Атлап түгел, осоп барам һиңә, Бер минутта үтәм ерҙе урап. Үтәм Ҡаф тауҙарын, Урал, Ирәмәлде, Ҡосағыңда ҡалып, Тойор өсөн Бәхетле бер мәлде. Сытыр-сытыр яна, Һүнмәй йөрәгемдә усаҡ, Ҡуҙын өҫтәп торғас көслө тының, Һәм дә йылы ҡосаҡ. ҺӨЙӨҮ МОҢО Йомарт күңел – Көҙһылыу, һипте алтын сыңдарын. Тыңлай үҙе ҡайындарҙың һары һағыш-моңдарын. Хушығыҙ, тигән кеүек, Саңҡ-саңҡ итте ҡоштарым. Ғашиҡтар ғына тоймай Көҙҙөң таралыштарын. Күкһел томан эсендә Кәмә йөҙә сайҡалып. Серенада ағыла Моңло ҡыңғырау булып. Төнгө сихри йылғала Талғын йөҙә пар аҡҡош. Ҡушыла бер бөтөнгә Яҙғы йыр, көҙгө һағыш...