Сентябрь ҙә хушлаша бөгөн, — 30 сентября 2026 г. в 15:28:47.792
Сентябрь ҙә хушлаша бөгөн, Иртәгә — октябрь ишек ҡағыр. Ғүмер үтә — һанай ғына алмай, Һәр бер көндө итәйек ҡәҙер. 🌿 🌼 Октябрҙең тәүге көндәрендә Ололарҙы ихлас ҡотлайыҡ. Йылы һүҙҙәр, изге теләктәр, Аҡ бәхеттәр теләп юллайыҡ. ❤️ 👵🏻👴🏻 Оло быуын — беҙҙең ҙур хазина, Аҡылдары — тормош юлдары. Ҡәҙерҙәрен белеп, хөрмәт итеп, Матур үтһен ғүмер йылдары. 🌷
410 просмотров