Башҡортостанда "Педагогик эшмәкәрлек өсөн" миҙалы булдырыла!
Башҡортостанда "Педагогик эшмәкәрлек өсөн" миҙалы булдырыла! Бөгөн, 21 августа, Ишембайҙа үткән йолаға әйләнгән август кәңәшмәһенең пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү маҡсатында уҡытыусылар өсөн яңы дәүләт наградаһын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуясағын белдерҙе.