Ҡәҙерле балалар! Атайҙар һәм әсәйҙәр! — 1 июня 2026 г. в 05:16:17.032
Ҡәҙерле балалар! Атайҙар һәм әсәйҙәр! Ихлас күңелдән һеҙҙе йәйҙең иң яҡты байрамы – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ихлас ҡотлайым! Балалар – беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле бүләк, беҙҙең дауамыбыҙ һәм киләсәгебеҙ. Бала саҡты бәхетле итеү, балалар һау-сәләмәт, шат, уңышлы булһын өсөн тейешле шарттар булдырыу, һәр яҡлап үҫкән кеше, шәхес булырға ярҙам итеү— һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы. Балаларға күңел йылыбыҙҙы һәм иғтибарыбыҙҙы йәлләмәйек, һәр төрлө насарлыҡтан һаҡлайыҡ. Бөгөн йәш быуынға күрһәтелгән хәстәр, иғтибар һәм һөйөү киләсәктә ата-әсәләргә, туғандарға, тирә-яҡтағыларға һәм Ватаныбыҙға һөйөү булып әйләнеп ҡайтыр. Балаларын лайыҡлы тәрбиәләп үҫтергән, үҙҙәре лә һәр яҡтан уларға матур өлгө булып торған ата-әсәләргә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һәр ғаиләгә бәхет-шатлыҡтар юлдаш булһын, балаларҙың шат тауышы тынмаһын! Ҡәҙерле балалар! Сәләмәт һәм бәхетле булығыҙ! Йәйге ялдарығыҙ файҙалы һәм күңелле үтһен!

