Нефтекаманан 8 йәшлек ҡыҙ әсәһенең телефонын алып, мутлашыусыларҙы 100 меңгә байытҡан
Нефтекаманан 8 йәшлек ҡыҙ әсәһенең телефонын алып, мутлашыусыларҙы 100 меңгә байытҡан Мессенджерҙан балаға сит кеше яҙа һәм яратҡан уйынында бүләк вәғәҙә итә. Ҡыҙ ышана һәм инструкцияларҙы үтәй башлай: әсәһенең телефонын ала, тегеләр әйткән паролдәрҙе яҙа һәм банк ҡушымталарына инә. «Оло ағай» артыҡ мауығып киткәс, ҡурҡып, бәйләнеште өҙә һәм телефонды кире урынына һалып ҡуя. Иртән әсәһе иҫәптән 36 мең һумдан ашыу аҡса күсерелеүен асыҡлай. Тиҙҙән асыҡланыуынса, мутлашыусылар уға 270 меңлек кредит картаһын рәсмиләштергән һәм тағы ла 60 мең урлап өлгөргән. Әгәр банктар иҫәптәрҙе ваҡытында ябып ҡуймаһа, сумма күпкә күберәк булыр ине. Һуңғараҡ ҡыҙ дөрөҫөн һөйләп биргән. Беҙҙе уҡығыҙ: МАХ /ВКонтакте