Һаҡ булығыҙ - йоҡа боҙ!
Һаҡ булығыҙ - йоҡа боҙ! Яҙ яҡынлашыу менән боҙҙоң, ул ныҡ булып күренһә лә, ҡурҡынысы арта. Ирегән һыу һәм һауа температураһының үҙгәреүе уны йомшаҡ һәм тотороҡһоҙ итә. Ҡарамаҡҡа ныҡлы япманың теләһә ҡайһы ваҡытта емерелеп төшөүе ихтимал. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре кәңәш итә: ❶ Боҙға бөтөнләй сыҡмауығыҙ хәйерле. ❷ Боҙ өҫтөнән сығыу урындарын файҙаланығыҙ йәки саңғыла йүгермәйенсә, нығытмалары асылған килеш, үтегеҙ. ❸ Кешеләр араһындағы хәүефһеҙ ара 5 метрҙан 6 метрға тиклем. ❹ Рюкзак – бер яурында (тиҙ генә ташлар өсөн). ❺ Бер ҡасан да балаларҙы боҙға яңғыҙ ебәрмәгеҙ. Ҡалған ҡағиҙәләр карточкаларҙа. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Сәйәхәткә сығыр алдынан «112 — ашығыс ярҙам» ҡушымтаһын телефонығыҙға урынлаштырығыҙ. Уның ярҙамында ҡотҡарыусыларҙы, табиптарҙы һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡырырға мөмкин. Ҡушымта тураһында тулыраҡ был поста. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан