Муниципаль район биләмәһендәге юлдарҙы төҙөкләндереү һәм ремонтлау эштәре дауам итә. Әб... — 4 августа 2026 г. в 05:37:38.926
Муниципаль район биләмәһендәге юлдарҙы төҙөкләндереү һәм ремонтлау эштәре дауам итә. Әбйәлил юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығының Бөрйән районы участкаһы Иҫке Собханғол – Темәс юлын тигеҙләү эштәрен башҡарып, ҡолаған знактарҙы рәтләнеләр. Мораҡ юлында хеҙмәткәрҙәр юл ситтәрендәге ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡырҡыу, ҡый үләндәрен сабыу эштәрен башҡаралар. Иҫке Собханғол – Ҡағы юлында барьер кәртәләре ремонтланды. Юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығының Бөрйән участкаһы хеҙмәткәрҙәренә башҡарған эштәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм.

