МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары коммуналь хеҙмәттәрҙе һәм капиталь ремо... — 22 августа 2026 г. в 14:31:52.607
МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары коммуналь хеҙмәттәрҙе һәм капиталь ремонт өсөн түләүҙәрҙе һуңлатҡан өсөн пеня өҫтәлеүҙән азат. Ташлама яугирҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашыу осоронда һайлаған бер торлағына (фатир йәки торлаҡ йорт) ҡағыла. Әгәр хәрбиҙе хәбәрһеҙ юғалған тип таныһалар - ташлама ҡарар ҡабул ителгән көндән уны үлгән тип танығанға тиклем һаҡлана. Ташламаны кем алырға хоҡуҡлы? МХО-ла ҡатнашыусы һәм уның менән бергә йәшәгән ғаилә ағзалары - тормош иптәше, балалары, ата-әсәһе, уның ҡарамағындағы эшкә яраҡһыҙҙар. Шул уҡ ваҡытта, торлаҡ хужаһы кем булыуы мөһим түгел. Уны нисек рәсмиләштерергә? Ташлама автомат рәүештә тәғәйенләнмәй. Пеня өҫтәүҙе туҡтатыу һәм хәрби хеҙмәт осоронда түләргә ҡушылған сумманы ғәмәлдән сығарыу өсөн хакимиәткә йәки Күп функциялы үҙәккә ғариза бирергә кәрәк. Быны МХО-ла ҡатнашыусы йәки ғаилә ағзаһы эшләй ала. Ташлама бер генә күсемһеҙ милек объектына ҡағыла. Күсенһәгеҙ, ғаризаны яңы адресҡа ҡабат яҙырға кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт һәм кәрәкле документтар исемлеген хакимиәттә йәки Күп функциялы үҙәктә белергә мөмкин. Ташламаны икенсе торлаҡҡа күсереп тәғәйенләү тураһында Башҡортостан Күп функциялы үҙәгенең рәсми сайтында ҡарағыҙ. МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт хеҙмәте: vk.cc/d0Iv1e Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәре офистары: vk.cc/cTfDvg Яҙылыу һәм белешмәләр өсөн телефон: +7 (347) 246-55-33, +7 (927) 3333 100 #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

