Райондашыбыҙ Азалия Төлкөбаеваға 19 йәш. Ул быйыл тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнаша. — 18 сентября 2026 г. в 06:23:15.306
Райондашыбыҙ Азалия Төлкөбаеваға 19 йәш. Ул быйыл тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнаша. Йәш ҡыҙ Сибайҙа педагогия колледжында уҡып йөрөй. Уҡыу менән бер ҡатарҙан “Урал” физкультура-сәләмәтләндереү комплексында эшләп тә өлгөрә. Үҙ тауышын бирергә Азалия 1660-сы һайлау участкаһына килде. Тәүге һайлаусы булараҡ, уға участка һайлау рәйесе Айгөл Һатыбал ҡыҙы Вәхитова иҫтәлеккә ручка һәм блокнот тапшырҙы. «Таң» гәзите - Бөрйән районы яңылыҡтары
88 просмотров

