Хөрмәтле райондаштар! — 1 октября 2026 г. в 14:08:43.424
Хөрмәтле райондаштар! Бөгөн, 1 октябрь көнө, мин икенсе эшкә күсеү сәбәпле, мөҙҙәтенән алда вәкәләттәремде һалырға ҡарар иттем. Ишембай тәүге тыуған ерем булһа, Бөрйән - икенсе тыуған төйәгем. Ҡатыным - Бөрйән ҡыҙы, балаларым ошонда тыуып - үҫте, алдан да байтаҡ йылдар районда эшләп киттем. Миңә бында барыһы ла яҡын. Республика башлығы Радий Фәрит улы ҡушыуы буйынса эшкә килһәм дә, тыуған яғыбыҙға, тип ҡайттым. Алдыма ҙур бурыстар ҡуйҙым. Район Хакимиәте башлығы вазифаһында эшләү дәүерендә ҡуйған маҡсаттарыма ирештем, районыбыҙҙың тағы ла матурайыуына, үҫеүенә өлөш индерә алдым, тип әйтә алам, тип уйлайым. Бөрйән күп күрһәткестәр буйынса республикала алдынғы урындарҙы биләй. Әлбиттә, был яҡшы һөҙөмтәләр беҙҙең дөйөм хеҙмәт емеше. Берҙәм, көслө бер команда булып эшләгән коллективыма, ойошма етәкселәренә, хеҙмәт коллективтарына, район халҡына сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм. Тик бергә, бер төптән булып эшләгәндә генә ҙур уңыштарға өлгәшергә мөмкин. Хөрмәтле райондаштар! Барығыҙға ла именлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, уңыштар теләйем! Бөрйән ере матурлығы, халҡының берҙәмлеге, яҡшылығы менән үҙенсәлекле. Бөрйән артабан да сәскә атһын, үҙ-ара татыулыҡ, берҙәмлек көслө булһын!