26 сентябрь көнө Бөрйән районының Күҙәмбәт яланында Республика көнөнә, Рәсәй халыҡтары ...
26 сентябрь көнө Бөрйән районының Күҙәмбәт яланында Республика көнөнә, Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына бағышланған иң сағыу сараларҙың береһе, республика "Ылаҡ" традицион милли уйындары үтте. Сараны ойоштороусылар Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте, Бөрйән башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Бөрйән консультация - мәғлүмәт үҙәге директоры Айгиз Шәрипов, Милли һәм этник спорт төрҙәрен үҫтереү үҙәге етәксеһе Илнар Салауатов, шәхси эшҡыуар Кинйәбаев Фазыл булһа, төп инициаторы һәм бағымсыһы "Ылаҡ" командаһы капитаны, Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындары ҡатнашыусыһы, "Тәңкә алыу", " Ауҙарыш" ат спорты төрҙәре буйынса Рәсәй чемпионы Миңлеғолов Фидан булды. Район Хакимиәте исеменән хакимиәт башлығының ер, мөлкәт һәм юридик мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ғәлимйән Хәйбуллин сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләне, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Сәмле, ҡыҙыу барған ярышта һәр команда матур уйын күрһәтте. Беренсе урынды Әбйәлил командаһы яулап, төп приз - тай алыуға өлгәште. 2- се урынды Бөрйән, 3-сө урынды Хәйбулла, 4-се урынды Баймаҡ командалары алды. 2-3 урындарға бүләккә үгеҙ һәм тәкә тапшырылды. Ярышты матур итеп комментатор Айрат Салауатов алып барҙы. Сараны үткәреүгә Яңы Собханғол ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителде. Шулай уҡ ярышта ҡатнашыусылар өсөн Бөрйән командаһы ир-егеттәренең ҡатын-ҡыҙҙары йәмле сәй табыны ойошторҙо, Рөстәм Әбдрәхимов тәмле былау менән һыйланы. Мауыҡтырғыс сараны үткәреүгә, атҡа һөйөү тәрбиәләү, башҡорт милли уйындарын, ат спортын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә тик уңыштар теләйбеҙ! #Ылаҡ #ДеньРеспублики #ГодЕдинстваНародовРоссии #БурзянскийРайон