"Таң" менән изгелек ҡыл" акцияһы дауам итә.
"Таң" менән изгелек ҡыл" акцияһы дауам итә. Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айҙар Ҡолһарин изгелек акцияһын дауам итеп, махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған яугирыбыҙ Ғәлиев Айгиз Айҙар улының әсәһенә Ғәлиева Сәғүрә Ғүмәр ҡыҙын 2027 йылдың тәүге яртыһына район газетаһына яҙҙырҙы. Изгелек сылбырын артабан район Хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева дауам итә. "Таң" менән изгелек ҡыл" акцияһында теләге булған һәр кем ҡатнашып, газетаға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен, күп балалы ғаиләләрҙе, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе, оло йәштәге кешеләрҙе, ветерандарҙы, яҡындарын яҙҙыра, “Таң”ды уҡыу мөмкинлеге бүләк итә ала. #Таң_менән_изгелек_ҡыл #добрая_подписка