Хөрмәтле юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Хөрмәтле юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ихлас ҡотлайым. Юлдарҙы һәм күперҙәрҙе йыл әйләнәһенә тейешле тәртиптә тотоу — халыҡтың хәүефһеҙлеге һәм төбәк иҡтисады үҫеше өсөн төп шарттарҙың береһе. Юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығының Бөрйән районындағы участкаһы, "Алағуян" муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә йөкмәтелгән ошо яуаплы бурысты һәр ваҡыт намыҫлы үтәй. Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ, район инфраструктураһын үҫтереүгә индергән тос өлөшөгөҙ өсөн һеҙгә оло рәхмәтемде белдерәм. Байрам уңайынан айырым рәхмәт һүҙҙәрен һәм ихтирамымды район мәнфәғәтенә фиҙакәр хеҙмәт иткән хөрмәтле ветерандарыбыҙға еткерәм. Хөрмәтле юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, ветерандары! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, ауыр ҙа, яуаплы ла эшегеҙҙә уңыштар теләйем! Юлдарыбыҙ тигеҙ һәм хәүефһеҙ булһын! Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы А. М. Ҡотошов