👍Шәп яңылыҡ!
👍Шәп яңылыҡ! Башҡортостанда яғыулыҡҡа бәйле хәл тотороҡлана башланы. Әлеге ваҡытта ҙур селтәрҙәр автозаправкаларҙа яғыулыҡты канистрҙарға тултырыуҙы тыйыу ҡағиҙәһен ғәмәлдән сығара. Шулай уҡ яғыулыҡ күләменә лимит та бөтөрөлдө. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә хәбәр итте. ✅– Был – яғыулыҡ баҙарындағы хәлдең тотороҡлолоғо менән бәйле. Беҙ быны үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ — яғыулыҡ ҡойоу станцияларында сираттар юҡ, йәки улар бик бәләкәй, – тине Радий Хәбиров. ⚡️Башҡортостан Башлығы “Роснефть”, “Башнефть”, “Лукойл”, “Газпромнефтехим Салауат” компанияларына, яғыулыҡ ҡойоу станциялары етәкселәренә рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ рәхмәт һүҙҙәре Оборона министрлығына һәм меңдән ашыу кешеһе булған “БАРС” төбәк бүлексәһенә әйтелде. "Башҡортостан" гәзитенең рәсми каналы: https://max.ru/gazetabashkortostan