Гәлсәр Байғусҡарова моңло сәйәхәткә саҡыра! — 17 июня 2026 г. в 06:46:42.569
Гәлсәр Байғусҡарова моңло сәйәхәткә саҡыра! Гәлсәр тауышлы талантлы йырсы «Ҡайтам» концерты менән 4 июль 19:00 сәғәттә Сибай концерт-театр берекмәһендә сығыш яһаясаҡ. Концертта һеҙ яратҡан билдәле йырҙар ҙа, яңы композициялар ҙа яңғыраясаҡ. Гәлсәрҙең моңло һәм көслө тауышы тере музыка ҡоралдары: ҡурай, гитара, саксофон оҙатыуында яңғыраясаҡ. Билдәле ҡурайсы Арслан Оморҙаҡов һәр кемдең ҡанына һеңгән халыҡ көйҙәрен башҡарасаҡ. Гәлсәрҙең йырҙары ғүмерҙең иң яҡты миҙгелдәрен, бала саҡты иҫкә төшөрөр, тыуған ер - атайсалға ҡайтып көс алырға әйҙәр, ҡәҙерле хәтирәләргә сорнар. Концертта тик күңел түренән сыҡҡан йырҙар ғына яңғыраясаҡ. Сағыу, моңло кисәгә рәхим итегеҙ! Инеү бушлай.

