🎉 «Тәңкәле ҡыҙ‑2026»: Сибай ҡалаһынан — матурлыҡ һәм ижад йондоҙо! 🎉
🎉 «Тәңкәле ҡыҙ‑2026»: Сибай ҡалаһынан — матурлыҡ һәм ижад йондоҙо! 🎉 Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың 7 томлығы сығыуына арналған төбәк‑ара «Тәңкәле ҡыҙ‑2026» конкурсы үтте. Сара райондың бренд сараһына әүерелгән һәм быйыл район‑ара кимәлгә сыҡты: Сибай, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарынан ижади һәм сая рухлы ҡыҙҙар зиһенлелектә һәм оҫталыҡта көс һынашты. 📚 Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы исеменән конкурста Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының театр бүлеге студенткаһы Рәсилә Фәритова ҡатнашты. Уның әҙерлек эштәре бик тырышып үтте: театр бүлеге уҡытыусыһы Нәсимә Ғизәттулина менән бергә образдарҙы эшләп, сәхнә оҫталығын күрһәтте. Музыкаль һәм техник яҡтан биҙәүҙә Сибай китапханалар системаһы директоры Гөлнара Иҙрисова ҙур өлөш индерҙе ✨ Конкурстың программаһы бай һәм төрлө йүнәлешле булды: ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырҙы, Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе сәхнәләштерҙе, милли кейемдәрҙә дефиле күрһәтте һәм әҙибәнең ижадына бәйле һорауҙарға яуап бирҙе. Сығыштарҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов етәкселегендәге комиссия баһаланы. 👏 Һөҙөмтәләр бик шатлыҡлы! Расиля Фәритова «Сәхнә оҫтаһы» номинацияһында бүләкләнде — был уңыш уның тырышлығын, сәнғәткә һөйөүен һәм педагогтарының профессиональ эшен күрһәтте! 💐 Сара һуңында Башҡортостандың күренекле яҙыусылары Таңсулпан Ғарипова һәм «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр‑Ғүмәр Үтәбай ҡыҙҙарға махсус бүләктәр һәм Таңсулпан Ғарипова үҙенең яңы 7‑се томын тапшырҙы. 🎊 Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы Рәсилә Фәритованы, Нәсимә Ғизәттулинаны һәм барлыҡ команданы ихлас ҡотлай! Шулай уҡ Баймаҡ биләмә-ара китапханалар системаһы коллективына, директоры Гөлназ Әкрәм ҡыҙына юғары кимәлдә үткәрелгән сара өсөн оло рәхмәтен еткерә. Был уңыш — традицион мәҙәниәтте үҫтереүҙә, йәштәрҙең ижади потенциалын асыуҙа һәм мәҙәни эштә бергәләп тырышыуҙың ҙур һөҙөмтәһе. Сибай мәҙәниәте өсөн был — айырым ғорурлыҡ! Источник: https://vk.ru/wall-160460921_7847 #Сибай #ТәңкәлеҠыҙ2026 #Культура #ГодЕдинстваНародовРоссии #ГодБольшойИДружнойСемьи