Ейәнсура районында үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ныҡлы ғаилә – айыҡ ауыл –... — 19 июня 2026 г. в 04:13:15.903
Ейәнсура районында үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ныҡлы ғаилә – айыҡ ауыл – көслө Башҡортостан!” күсмә зона сараһында Хәйбулла районы делегацияһы ла ҡатнашты. Делегация составына район хакимиәте, урындағы ҡоролтай, төрлө йылдарҙағы "Айыҡ ауыл" республика конкурсы еңеүселәре инде. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова райондың конкурста ҡатнашыу тәжрибәһе, уңышлы проект алымдары тураһында сығыш яһаны. Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы уңайынан, "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсы еңеүселәре сағыу концерт номерҙарын тәҡдим итте. Хәйбулла районынан сараның был өлөшөндә уҙған йыл еңеүселәре -Ҡоҙашевтар ғаиләһе сығыш яһаны.

