Бөгөн район "Тере һыу" конкурсы сиктәрендә Оло Әбеш ауылының бер төркөм ир-егеттәре ауы... — 30 июня 2026 г. в 09:32:12.698
Бөгөн район "Тере һыу" конкурсы сиктәрендә Оло Әбеш ауылының бер төркөм ир-егеттәре ауылға терәлеп тигәндәй аҡҡан Арба йылғаһының үҙәнен ҡый-ғыпырҙан, ҡоро-һары ағастарҙан таҙартыу буйынса өмәгә сыҡты. Арба йылғаһының исеме генә матур түгел, үҙе лә ауылға ингән ергә йәм өҫтәп матур булып ағып ята. Һаҡмар йылғаһына барып ҡоя. Өмә һуңынан ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән табындан ауыҙ итеп, илгә тыныслыҡ, яугирҙәребеҙҙең тиҙерәк иҫән-һау тыуған илгә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп Дамир хәҙрәт уҡыған аяттарҙы тыңлап, эшләгән эштәренән ҙур ҡәнәғәтлек алып таралышты ауылдаштар. Өмә лә алыҫ яҡтарҙан ялға ҡайтҡан йәштәрҙеңдә булыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Афариндар!

