Йәнтеш мәҙәниәт йортонда Әбеш, Аҡъюл, Атингән, Ивановка ауыл биләмәләренә ҡараған ауылд... — 21 августа 2026 г. в 07:32:21.030
Йәнтеш мәҙәниәт йортонда Әбеш, Аҡъюл, Атингән, Ивановка ауыл биләмәләренә ҡараған ауылдарҙы берләштергән «Ветеран ихатаһы- хәстәрлек һәм иғтибар!» район смотр- бәйгеһенең зоналар буйынса 4- се этабы үтте. Ун биш йыл рәттән уҙғарылып килгән был мәртәбәле, сағыу сара быйыл да юғары кимәлдә үтте. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, йәшәүҙән, хеҙмәттән йәм табып, йәш быуынға өлгө, үрнәк булып йәшәүсе ветерандарыбыҙҙың тормошо һоҡландыра, бер- береһенә булған оло ихтирам, наҙ, һый- ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдәр быға асыҡ миҫал. Ә инде йыр- моң тулы күңелдәре, йылмайыу китмәгән алсаҡ йөҙҙәре, һаман да дөрләп янған йәшлек дәрте бар донъяны нурға күмгәндәй булды. Хәйбулла районының ветерандар советы рәйесе Аллағолова Роза Рәхимйән ҡыҙы абруйлы ололарыбыҙға һоҡланғыс тормош алып барғандары, йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтен еткерҙе, иҫтәлекле бүләктәр тапшырып үтте. Шулай уҡ ауыл биләмәләре башлыҡтары, ветерандар советтары рәйестәре үҙҙәренең ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткереп бүләктәр тапшырҙы.

