Гөлсәсәк Миңлеғәли ҡыҙы һәм Алмаз Рәфҡәт улы Айҙашевтарҙың татыу ғаиләһендә Ислам һәм Н... — 27 августа 2026 г. в 09:25:58.138
Гөлсәсәк Миңлеғәли ҡыҙы һәм Алмаз Рәфҡәт улы Айҙашевтарҙың татыу ғаиләһендә Ислам һәм Нуритдин исемле ике ул үҫә. Ғаилә башлығы үҙе лә, кәләше лә –икеһе лә райондың тау сәнәғәте өлкәһендә көс түгә. Әммә уларҙы йыш ҡына районда уҙған төрлө сараларҙа күрергә мөмкин. -Үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙа бәләкәй саҡтан башҡорт халҡының йолаларына, тыуған телгә һөйөү тәрбиәләргә, бишек йырҙарын йырлап үҫтерергә тырышабыҙ. Ғәиләбеҙҙә тик башҡорт телендә генә аралашабыҙ. Ислам өс йәшлек кенә сағынан халҡыбыҙҙың милли ҡомартҡыһы булған “Урал батыр” эпосынан өҙөктәрҙе яттан башҡара, бөгөн төрлө район, төбәк-ара һәм республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, -ти Айҙашевтар. Ата-әсә сабыйына һәр бер юлдың тәрән мәғәнәһен, халҡыбыҙҙың рухи көсөн аңлатып бирергә тырыша. - Уның күңеленә эпос геройҙарының батырлығы, саф ниәттәре һеңһен өсөн, ваҡыт табып, көн һайын шөғөлләнергә тырышабыҙ, — ти Гөлсәсәк Миңлеғәли ҡыҙы. Илһөйәр, телһөйәр балалар тәрбиәләгән рухлы ғаиләгә афарин тиергә генә ҡала. Киләсәге яҡты, тормоштары имен, ышаныслы булһын бәхетле ғаиләнең.

