Сал далалар йырсыһы — 30 сентября 2026 г. в 09:17:46.979
Сал далалар йырсыһы Ошондай исем аҫтында Өфөлә яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Ҡәҙим Аралбайҙың 85 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе уҙҙы. Иң билдәле һәм әүҙем эшләгән шағирҙарҙың береһе, публицист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Ҡәҙим Әбделғәлим улы 60 йылдан ашыу ғүмерен милли мәҙәниәтте, әҙәбиәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә бағышланы. Уның ижады халҡыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Хәҙер ул 20-нән ашыу шиғырҙар йыйынтығы, 31 поэма, проза һәм башҡорт фольклоры буйынса фәнни тикшеренеүҙәр авторы. Уның китаптары уҡыусыларҙың ыңғай баһаһын алды, шул иҫәптән Рәсәйҙең әҙәби баҫмалары биттәрендә. Үткән быуаттың 80-се йылдары башында «Аҡ тирмә» поэмаһы йән әрнеүе булып яңғыраны, унда шағир тыуған ауылының фажиғәле яҙмышы миҫалында тәрән фәлсәфәүи дөйөмләштереүҙәргә күтәрелә, үҙ халҡының, туған мәҙәниәтенең һәм теленең яҙмышы тураһында фекер йөрөтә. Шул ваҡыттан алып аҡ тирмә образы башҡорт мәҙәниәте символдарының береһенә әүерелде. Юбилярҙы тәбрикләргә зал тултырып ижадташ дуҫтары, мәртәбәле ҡунаҡтар, яҡташтары килде.