"Айыҡ ауыл 2026" конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Оло Арыҫланғол (Сик) ауылы ... — 28 сентября 2026 г. в 07:47:47.989
"Айыҡ ауыл 2026" конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Оло Арыҫланғол (Сик) ауылы халҡы "Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә үҙҙәре булдырған Еңеү аллеяһына 32 төп шыршы ағасы ултыртҡан. Ауылдан Бөйөк Ватан һуғышына алынған 32 яугиргә арналған был аллея. Һәр ғаилә үҙҙәренең туғандарына бағышлап ултыртҡан ағас үҫентеләрен. Айыҡ йәшәү рәүешен девиз итеп алған, тырыш, егәрле ауылдаштар алдағы көндәргә изге ниәттәр ҡороп, маҡсаттар ҡуйып, был үҫентеләр киләсәктә матур булып үҫеп китһен тигән изге теләктәр менән таралған өмәнән.