— Ҡурай!
— Ҡурай! — Әү! — Ҡайҙа үҫтең? — Урманда үҫтем. — Кем ҡырҡты? — Оҫта ҡырҡты. — Ни эшләргә? — Уйнарға. Бөгөн Башҡортостанда рәсми рәүештә Ҡурай көнө билдәләнә. Был байрам Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән 2024 йылда булдырылды. Маҡсаты - башҡорт халҡының милли музыка ҡоралын һаҡлау, популярлаштырыу һәм киләһе быуындарға еткереү.
347 просмотров