Оло Арыҫланғол ауылы халҡы махсус хәрби операцияла йөрөүсе егеттәребеҙгә әүҙем ярҙам и...
Оло Арыҫланғол ауылы халҡы махсус хәрби операцияла йөрөүсе егеттәребеҙгә әүҙем ярҙам итә. Бөгөн ауыл клубында ир-егеттәр арҡан ишһә, ҡатын-ҡыҙҙар тыуған еребеҙҙең иң хуш еҫле файҙалы үләндәренән егеттәребеҙгә шифалы сәйҙәр әҙерләгән. - Алыҫтағы яугирҙәребеҙгә ауылдаштарыбыҙҙың ҡул йылыһы, ярҙамы барып етһен, башҡарған изге эшебеҙ уң булһын. Теләгебеҙ -һуғыш тиҙерәк бөтһөн, яугирҙәребеҙ иҫән-һау ҡайтһын, - ти улар.