Ғәлиәхмәт ауылының хөрмәтле ағинәйе Рәхилә Хәжиәхмәт ҡыҙы үҙенең 90 йәшен билдәләне бөг...
Ғәлиәхмәт ауылының хөрмәтле ағинәйе Рәхилә Хәжиәхмәт ҡыҙы үҙенең 90 йәшен билдәләне бөгөн. Уны ҡотларға ауыл хакимиәте вәкилдәре, яҡындары, туғандары һәм ауылдаштары йыйылды. Рәхилә Хәжиәхмәт ҡыҙы барлыҡ хеҙмәт юлын фельдшер-акушер булып үтә. Ауыл халҡы уны ҙур ихтирам итә һәм ярата. Ул бик күп ғаиләләргә сабый һөйөү бәхете бүләк итә, күп кешегә һаулығын ҡайтарырға ярҙам итә. Рәхилә Хәжиәхмәт ҡыҙы – бик күп балаларҙың кендек инәһе. Хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ултырмай. Бөгөн уға 90 йәш тулһа ла, әле лә дәртле һәм егәрле. Баҡса үҫтерә, ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙам итә. Биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай, ураҙа тота. Эшләгән йылдарында алған Маҡтау ҡағыҙҙары, төрлө бүләктәре һәм миҙалдары уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтенең сағылышы, хеҙмәт юлының күркәм биҙәге булып тора. Һаулыҡ, күңел күтәренкелеге теләйбеҙ юбилярға!