Оло Арыҫланғолда — балыҡсылар байрамы!
Оло Арыҫланғолда — балыҡсылар байрамы! «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә уҙған «Эсмәһен халыҡ — тотһон балыҡ» тип исемләнгән ярыш ауылдаштарҙы берләштереп, күңелле ял итергә мөмкинлек биргән. Ир-егеттәр ҡармаҡ тотоу оҫталығында кемдең иң беренсе, кемдең иң сабыр икәнлеген билдәләгән. Балыҡсылар араһында Зөфәр Аралбаев иң ҙур һәм иң күп балыҡ тотоусы, ә Фуат Ильясов иң беренсе балыҡ тотоусы тип танылған. Әлбиттә, башҡа ҡатнашыусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаған, һәр кем төрлө номинацияларҙа бүләкләнгән. Был көндө атайҙар ғына түгел, гүзәл заттар ҙа әүҙем ҡатнашҡан ярышта. Ярыш аҙағында бергәләп тәмле балыҡ һурпаһынан ауыҙ иткән ярышсылар. Бындай файҙалы һәм күңелле осрашыуҙар кешеләрҙе сәләмәт тормошҡа өндәй, бер-береһе менән аралашыуҙы нығыта.