"Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашҡан Оло Арыҫланғол ауылы халҡы бер көндө лә буш үткәрмәй....
"Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашҡан Оло Арыҫланғол ауылы халҡы бер көндө лә буш үткәрмәй. Ҡатын-ҡыҙҙар кисен аулаҡ өйгә йыйылышып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға йылы ойоҡбаштар бәйләһә, көн яҡтыһында Сик йылғаһы аша һалынған ике күперҙе лә матур итеп буяп ҡуйырға ла өлгөрәләр. Ә айыҡлыҡҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыға барған ир-егеттәр байлыҡты, муллыҡты сағылдырған, хәләл көстәрен түгеп үҫтергән малдарын һуйып аҡсаға әйләндерәләр, бер-береһенә ярҙам итешәләр. Ауылда шунһыҙ булмай, тик берҙәмлек менән - "Күмәкләгән - яу ҡайтарған" тигәндәй, бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығалар - тип хәбәр итә ауылдаштар.