"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсы башлана
"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсы башлана "Етегән" — мөхәббәт, ғаилә һәм тоғролоҡ көнө республика байрамына ярашлы уҙғарылған "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсын ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы — был сараны халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, йолаларын, туған телде һаҡлау маҡсатында уҙғара. Конкурс өс этапта — муниципаль, зона һәм республика кимәлендә үтә. Быйыл тәүге этап 2 - 30 ноябрҙә уҙа. Икенсеһе — 1 — 30 декабрҙә. Өсөнсөһө, республика кимәлендәге, 2027 йылдың 16 — 31 ғинуарында үтәсәк. Барлыҡ шарттары, ғариза өлгөһө — положениела.