«Урал батыр» эпосы - рухи мираҫыбыҙ. Был эпос — башҡорт халыҡ ижадының төп нигеҙҙәренең... — 21 августа 2026 г. в 10:13:29.191
«Урал батыр» эпосы - рухи мираҫыбыҙ. Был эпос — башҡорт халыҡ ижадының төп нигеҙҙәренең береһе. Ул быуындан-быуынға халыҡтың тарихи хәтерен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлай һәм тапшыра. Батырҙарҙың образдары һәм уларҙың ҡаһарманлыҡтары аша яҡшы һәм яман, тормош һәм үлем, ғәҙеллек һәм яуызлыҡ тураһында фекерҙәр сағылыш таба. Беҙ эпоста сағылған мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл ҡарарға, ундағы рухи ҡиммәттәрҙе киләсәк быуындарға тапшырырға тейешбеҙ. Ошо маҡсат менән Өфө ҡалаһы Киров районының барлыҡ белем биреү ойошмаларында рухи мираҫыбыҙға арналған күргәҙмәләр, стендтар ҡуйылды. Во всех образовательных организациях Кировского района города Уфы оформлены выставки и стенды, посвященные духовному наследию. «Урал-батыр» — наше духовное наследие. Это произведение является одной из главных основ башкирского народного творчества. Из поколения в поколение оно бережно хранит и передает историческую память, культуру, обычаи и нравственные ценности народа. Через образы батыров и их подвиги в эпосе отражаются размышления о добре и зле, жизни и смерти, справедливости и жестокости. Мы должны бережно относиться к культурному наследию, воплощенному в этом эпосе, и передавать его духовные ценности будущим поколениям.

