Миәкә районы хакимиәтендә Миәкә районы муниципаль район Советының ун өсөнсө ултырышы үт... — 17 июня 2026 г. в 12:01:28.658
Миәкә районы хакимиәтендә Миәкә районы муниципаль район Советының ун өсөнсө ултырышы үтте. Сара барышында депутаттар районыбыҙ тормошона ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе ҡараны. Ултырыш барышында башҡорт телендә Миәкә үҙәк мәҙәниәт һарайы етәксеһе Гөлназ Шафикова "Район территорияһында башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү" темаһы буйынса сығыш яһаны. Ул үҙенең сығышында район кимәлендә уҙған милли байрамдар, фестиваль, конкурстар тураһында һөйләне. Ҡыуанс, районыбыҙ алдынғылар рәтендә, республика, Рәсәй кимәлендә мәҙәниәтте үҫтереү буйынса бик күп ҡаҙаныштарға эйә. Миәкә районының ауыл мәҙәниәт йорттарында милли традициялар әүҙем тергеҙелә һәм сәскә ата. Урындағы ижади коллективтар ҡубыҙҙа, баянда уйнау сәнғәтен, халыҡ бейеүҙәрен һәм боронғо йолаларҙы быуындан-быуынға тапшырып, үҙенсәлекле фольклорын һаҡлай. Бөгөн ауыл мәҙәниәт йорттары - ул ял үҙәктәре генә түгел, ә ысын үҙенсәлекте һаҡлаусылар тине үҙенең сығышында Гөлназ Шафикова.

