Гордость за своего сына- защитника Отечества. 8 июль — Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көн... — 10 июля 2026 г. в 06:02:55.498
Гордость за своего сына- защитника Отечества. 8 июль — Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә Башҡортостан республикаһының Милли әҙәбиәт музейы филиалы - М. Аҡмулла музейында «Музейҙа ғаилә көнө» республика акцияһы сиктәрендә «Ғаиләм минең — ҡәлғәм» исемле әҙәби-музыкаль кисә үтте. Йөрәктәргә йылылыҡ, күңелдәргә яҡтылыҡ өҫтәгән был сараның төп ҡунаҡтары — Миәкә районының Йәнәби-Урсай ауыл советының Сатай ауылынан иң үрнәк, күп балалы һәм илһөйәр ғаиләләренең береһе — Гөлсәсәк Әнүәр ҡыҙы менән Рәлиф Рәшит улы Насыровтар булды. Был матур ғаиләнең тарихы утыҙ алты йыл элек — 1990 йылдың 22 июнендә башлана. Районыбыҙҙың һоҡланғыс Ҡаран-Ҡунҡаҫ ауылы һылыуы Гөлсәсәк менән Сатай ауылының йыр-моңға әүәҫ егете Рәлиф оло тормош юлына аяҡ баҫалар. Йәш ғаилә төп йорт нигеҙен ҡороп, донъя көтә башлай. Намыҫлы хеҙмәт уларҙың тормош юлдашына әйләнә: Гөлсәсәк Әнүәр ҡыҙы ауылда йәш быуынға белем биреп, ғүмерен башланғыс синыфтар уҡытыусыһы һөнәренә бағышлай. Рәлиф Рәшит улы иһә, Стәрлетамаҡ сәнғәт уҡыу йортон тамамлап, ауыл мәҙәниәт йортонда халыҡҡа йыр-моң тарата, рухиәт өлкәһендә намыҫлы хеҙмәт итә. Уларҙың уртаҡ йылы усағында, мөхәббәт емештәре булып, ике ул — ике ныҡлы таяныс, һәм өс сәскәләй ҡыҙ донъяға килә. Бөгөн биш баланың дүртеһе үҙ аллы донъя көтә, өйҙәрендә уларҙың ярҙамсыһы,кинйә ҡыҙҙары Илзидә. Насыровтар бөгөн ете ейән-ейәнсәргә яратҡан өләсәй һәм ҡартатай булып йәшәйҙәр. Был өлгөлө ғаиләлә һәр бала милли рухта, эшһөйәр һәм иманлы итеп тәрбиәләнгән. Кисәнең иң тулҡынландырғыс һәм әһәмиәтле өлөшө Насыровтарҙың улдарының батырлығына ҡағылды. Бөгөнгө көндә Насыровтарҙың улдары Ватаныбыҙ һаҡсыһы булып, Махсус хәрби операцияһында ҡатнаша. Улдары яу ҡырында тыныслыҡ һаҡлағанда, атай менән әсәй тылда уның өсөн һәр саҡ изге доғалар уҡып, оло таяныс, ныҡлы ҡанат булып торалар. Бындай атай-әсәйҙәрҙең рухи сабырлығы һәм илһөйәрлеге һоҡландыра ла, ғорурлыҡ та уята. Әҙәби-музыкаль кисә барышында ғаилә ҡиммәттәре, быуындар бәйләнеше тураһында тәрән мәғәнәле әңгәмә ҡоролдо, йырҙар һәм шиғырҙар яңғыраны. Кисәгә бергә эшләгән дуҫтары, балалары, туғандары йыйылғайны. Музей мөдире Миләүшә Таһир ҡыҙы Ғәйнетдинова Насыровтар ғаиләһенә Милли әҙәбиәт музей коллективы исеменән тәрән рәхмәтен белдереп, Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Был осрашыу һәр кемдең күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы һәм ғаилә ысынлап та кешенең иң ышаныслы ҡәлғәһе, йәшәү көсө икәнен тағы бер тапҡыр раҫланы. Күркәм Насыровтар ғаиләһенә артабан да ғаилә именлеге, һаулыҡ һәм яугир улдарының Еңеү менән иҫән-сау үҙ нигеҙҙәренә ҡайтыуын теләйбеҙ. #Аҡмулламузейы #Миллиәҙәбиәтмузейы #әҙәбимузыкалькисә 8 июля, мы отмечаем замечательный праздник — День семьи, любви и верности! В рамках республиканской музейной акции «День семьи в музее» в музее М. Акмуллы -филиала НЛМ РБ состоялся литературно-музыкальный вечер «Семья — моя крепость» Героями этой теплой встречи стали супруги Гульсасак Анваровна и Ралиф Рашитович Насыровы из Миякинского района сельского поселения Енебей-Урсаевского сельсовета, д. Сатаево. Их история — это пример истинной любви, преданности и безграничной мудрости. Вот уже 36 лет Гульсасак и Ралиф идут рука об руку, пройдя путь от свадьбы в 1990 году до большой, дружной семьи, где выросли 5 прекрасных детей и радуют своими успехами 7 внуков. Для своих детей супруги стали не просто родителями, а настоящим нравственным ориентиром, воспитав их в духе любви к родной культуре, труду и своей стране. Особое место в их жизни занимает гордость за своего сына — участника Специальной военной операции. Пока он защищает наше мирное небо, Гульсасак Анваровна и Ралиф Рашитович остаются для него надежным тылом, даря свою поддержку и молитвы. Вечер прошел в удивительно доверительной атмосфере: мы говорили о семейных ценностях, вспоминали традиции, звучали стихи и песни. Спасибо нашим героям за то, что поделились своим жизненным опытом! Пусть в каждом доме царят любовь, взаимопонимание и счастье. Берегите своих родных, ведь семья — это наш самый важный тыл и самая надежная крепость!

