Эйе, 50 йыл бергә бер тормош һукмағынан атлау аҙ ғүмер түгел. Бөгөнгө көндәре бәхетле, ...
Эйе, 50 йыл бергә бер тормош һукмағынан атлау аҙ ғүмер түгел. Бөгөнгө көндәре бәхетле, киләсәктәре өмөтлө булған Сәлих Сибәғәт улы менән Гөльямал Фәзлиәхмәт ҡыҙы Зайнуллиндарҙы бергә тормош ҡороп йәшәүҙәренә 50 йыл! Һеҙҙе ысын күңелдән алтын туйығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һеҙ эшсән, киң күңелле, туған йәнле, ейән- ейәнсәрҙәрегеҙҙе яратҡан өләсәй олатай ҙа әле. Алда тыуыр таңдарығыҙ тыныс, көндәрегеҙ яҡты булһын. Аллаһы Тәғәлә һеҙгә тигеҙлектә,балалар, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең изгелеген, шәфҡәтен күреп, ҡыуаныслы, бәрәкәтле мул тормошта һөйөнөп, оҙон оҙаҡ бергә йәшәргә насип итһен.💐💐💐🙏 Тормош итеү - диңгеҙ кисеү тиҙәр, Ә диңгеҙҙәр тормай тулҡынһыҙ. Тормош тулҡындарын баҫыу өсөн Йәшәп булмай һөйөү - ялҡынһыҙ Яратышыу еңел саҡта түгел, Ауырлыҡтар менән һынала💙❤💐