Әбйәлил районында Дан аллеяһы асылды — 26 июня 2026 г. в 03:23:14.225
Әбйәлил районында Дан аллеяһы асылды Асҡар ауылында урынлашҡан паркта төрлө замандарҙа Ватан һағына баҫҡан ир-егеттәребеҙгә һәйкәлдәр ҡуйылған. Майҙанда өс быуын һалдаты композицияһын да, афған, чечен һуғышы яугирҙарына һәйкәлде лә, төрлө ғәскәрҙәргә арналған монументтарҙы ла, хәрби техниканы ла күрергә мөмкин. Күптән түгел бында Берлиндың Трептов паркындағы Совет һалдатына һәйкәлдең күсермәһе лә ҡуйылған.
232 просмотров

