Әбйәлилдә эшҡыуарҙар һәм МХО яугирҙары Рөстәм Нәбиев менән осрашты — 27 сентября 2026 г. в 03:33:15.945
Әбйәлилдә эшҡыуарҙар һәм МХО яугирҙары Рөстәм Нәбиев менән осрашты Әбйәлил эшҡыуарҙары билдәле блогер, параальпинист, йәмәғәт эшмәкәре Рөстәм Нәбиев менән осрашты. Сарала махсус хәрби операция яугирҙары ла ҡатнашты. Рөстәм Нәбиев менән осрашыуҙы Әбйәлил эшҡыуарҙар берлеге ойошторған. Уның төп маҡсаты-кешелә һынмаҫ рух, ихтыяр көсө, ныҡлы характер тәрбиәләү. Сөнки үҙ эшеңде асыу, бизнес менән шөғөлләнеү өсөн тәү сиратта аяғыңды ныҡлы баҫып тороу, рух көсө талап ителә.