✅28–30 август көндәрендә Өфөнөң «Йәшел сауҡалыҡ» («Зелёная роща») шифаханаһында йәш баш... — 2 сентября 2026 г. в 05:41:41.770
✅28–30 август көндәрендә Өфөнөң «Йәшел сауҡалыҡ» («Зелёная роща») шифаханаһында йәш башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының слеты үтте. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылды — был йәш педагогтар өсөн үҫешергә, тәжрибә уртаҡлашырға һәм фекерҙәштәр табырға иҫ киткес мөмкинлек булып тора. Салауат районынан был слетта Лаҡлы урта мәктәбенең уҡытыусыһы Мөхөтдинова Зилиә Ильяс ҡыҙы ҡатнашҡан. «Был өс көн минең өсөн ысын мәғәнәһендә профессиональ илһам сығанағы булды! Тәжрибәле спикерҙар менән осрашыуҙар һәм команда менән эшләү айырыуса ҡиммәтле ине — улар ғәҙәти методикаларға яңыса ҡарарға ярҙам итте. Үҙем менән күп кенә идеялар алып ҡайттым, уларҙы дәрестәрҙә мотлаҡ ҡулланырмын, башҡорт телен өйрәнеүҙе уҡыусылар өсөн тағы ла ҡыҙығыраҡ итермен. Ойоштороусыларға ошондай бай һәм йәнле программа өсөн ҙур рәхмәт — бөтә уҡыу йылына етерлек көс-дәрт алдым!» - тип үҙ тәҫъораттары менән бүлешә Зилиә Ильяс ҡыҙы. ________________ ✅С 28 по 30 августа в санатории «Зелёная роща» города Уфы прошёл Слёт молодых учителей башкирского языка и литературы. Организатором мероприятия выступил региональный общественный фонд развития образования при поддержке фонда грантов Главы Республики Башкортостан. Проект объединил начинающих педагогов со всей республики, предоставив им уникальную возможность для профессионального роста, обмена опытом и поиска единомышленников. Салаватский район на слёте представляла Мухутдинова Зилия Ильясовна, учитель башкирского языка и литературы средней школы с. Лаклы. Программа слёта была насыщенной и разнообразной: лекции, мастер-классы, командные занятия, встречи с опытными спикерами и методистами. В течение трёх дней участники знакомились с современными подходами к преподаванию, новыми методиками и активно делились своими наработками. Гордимся нашими педагогами и их стремлением к профессиональному развитию. Участие в подобных мероприятиях – важный шаг к повышению качества образования, внедрению инноваций и сохранению языкового наследия. Мы желаем Зилие Ильясовне успешного учебного года, вдохновения и новых свершений!

