🎉 Ҡәҙерле Салауат районы халҡы! Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы көнө менән ихлас, йылы...
🎉 Ҡәҙерле Салауат районы халҡы! Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы көнө менән ихлас, йылы ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ! 🇷🇺 Был иҫ киткес байрам беҙҙең барыбыҙҙы ла — тыуған ере менән ғорурланған, үҙенең хеҙмәте, таланты һәм фиҙакәрлеге менән тыуған төйәге хаҡына хеҙмәт иткән һәр кемде берләштерә. 🌿 Республика көнө — Башҡортостандың күп милләтле халҡының берҙәмлеге, уның бай тарихы, мәҙәниәте һәм йолалары символы. Уртаҡ хеҙмәт, аҡыл һәм татыулыҡ арҡаһында республикабыҙ ышаныслы рәүештә сәскә ата һәм үҫешә. 🏆 Беҙ иҡтисад, социаль өлкә, мәҙәниәт һәм спорттағы ҡаҙаныштарыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Был уңыштарҙа һәр берегеҙҙең өлөшө бар — был һеҙҙең энергияғыҙ, яуаплылығығыҙ һәм тыуған ергә булған һөйөүегеҙ. Һәр берегеҙгә профессионализмығыҙ, эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ һәм район, республика тормошонда әүҙем ҡатнашҡанығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм. 🤝 Айырым рәхмәт һүҙҙәрен бөгөнгө ҡаҙаныштарыбыҙға ныҡлы нигеҙ һалған ветерандарыбыҙға, шулай уҡ Башҡортостандың киләсәге бәйле булған йәштәребеҙгә еткерәм. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ теләйем! Хеҙмәтегеҙ шатлыҡ һәм лайыҡлы емештәр килтерһен, ә ғаиләләрегеҙҙә йылылыҡ, мөхәббәт һәм үҙ-ара аңлашыу хакимлыҡ итһен. 🎊 Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар! Башҡортостан Республикаһы көнө менән! #РеспубликаКөнө #РәсәйХалыҡтарыБерҙәмлегеЙылы #СалауатРайоны __ 🎉 Дорогие жители Салаватского района! Примите самые искренние, теплые поздравления с Днём Республики Башкортостан! 🇷🇺 Этот замечательный праздник объединяет всех нас — тех, кто гордится своей малой родиной, кто своим трудом, талантом и преданностью делу служит на благо родного края. 🌿 День Республики — это символ единства многонационального народа Башкортостана, его богатой истории, культуры и традиций. Благодаря совместному труду, мудрости и согласию всех жителей нашей республики, Башкортостан уверенно процветает и развивается. 🏆 Мы по праву гордимся достижениями в экономике, социальной сфере, культуре и спорте. И в этих успехах есть вклад каждого из вас — ваша энергия, ответственность и любовь к родной земле. Выражаю искреннюю благодарность каждому из вас за профессионализм, преданность делу и активное участие в жизни района и республики. 🤝 Особые слова признательности — ветеранам, которые заложили прочный фундамент наших сегодняшних достижений, а также молодёжи, от которой зависит будущее Башкортостана. Желаю вам крепкого здоровья, благополучия, мира и согласия в каждом доме! Пусть ваш труд приносит радость и достойные плоды, а в семьях царят тепло, любовь и взаимопонимание. 🎊 С праздником, дорогие друзья! С Днём Республики Башкортостан! #ДеньРеспублики #ГодЕдинстваНародовРоссии #СалаватскийРайон