Салауат районы хакимиәте эргәһендә булдырылған " Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһын...
Салауат районы хакимиәте эргәһендә булдырылған " Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында " Законды тормошҡа ашырыу буйынса Комиссияның (артабан - Комиссия) сираттағы сентябрь һәм октябрь айҙарындағы ултырыштары булып уҙҙы. Комиссия эргәһендә булдырылған Терминологик һәм Топономик ойошмаларының " Өлгөлө муниципалитет: Башҡортостанда тел мәҙәниәте - 2026 " конкурсы сиктәрендәге планға ярашлы тикшереү рейдтары, булған етешһеҙлектәр буйынса төҙөлгән акттар, хаталарҙы төҙәтеү буйынса протоколдар ҡарап үтелде. Шулай уҡ граждандарҙан Комиссияға килгән мөрәжәғәттәр тикшерелде. " Өлгөлө муниципалитет: Башҡортостанда тел мәҙәниәте - 2026 " конкурсындағы талаптар буйынса тағы бер тапҡыр яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙең документтар өҫтөндә эш барышы ҡаралды, уҙғарыласаҡ саралар буйынса фекер алышылды. Артабан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Тере һүҙ" ("Живое слово") проекты буйынса райондағы балалар баҡсаларына тапшырылған башҡорт телен уҡытыуға ярҙамға булдырылған уҡытыу комплекттары менән ҡулланыу барышы ҡаралды, был йүнәлештә үткәреләсәк зона-ара онлайн- семинарға әҙерлек тураһында фекер алышыу булды. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа Комиссияның эше әүҙемләште. Төрлө тармаҡтарҙа эшләгән Комиссия ағзалары телебеҙҙе һаҡлау буйынса үҙ урынында етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн тырыша. Әммә эш ифрат күп әле. Комиссияға шулай уҡ заман ҡушыуы буйынса яһалма зиһен буйынса ла ағза һайланыҡ. Был яҡтан әлегә аңлашылмаусынлыҡтар күп. Һәр береһе саҡ ҡына белгәнгә һылтанып, төрлө яһалма зиһендә эшләнгән асылмалар булдыра башланылар. Ҡайһы бер асылмаларҙа хаталар китеүҙе тикшермәй сәхифәләренә ҡуйҙылар. Тимәк, яһалма зиһен буйынса ла хәүефһеҙлек сиктәре булдырылырға тейештер, был яҡтан да Комиссияның эше күбәйәсәк. ______________________________________________ Состоялись очередные заседания Комиссии по реализации Закона «О языках народов Республики Башкортостан», созданной при администрации Салаватского района, которые прошли 16 сентября и 9 октября. В рамках плана, утвержденного Терминологической и Топонимической группами при Комиссии в ходе конкурса «Образцовый муниципалитет: Языковая культура в Башкортостане — 2026», были рассмотрены результаты проверочных рейдов, акты об обнаруженных недочетах и протоколы по исправлению ошибок. Также были изучены обращения граждан, поступившие в Комиссию. Ответственные сотрудники еще раз обсудили ход работы с документацией в соответствии с требованиями конкурса «Образцовый муниципалитет: Языковая культура в Башкортостане — 2026» и обменялись мнениями по поводу предстоящих мероприятий. Далее был рассмотрен процесс использования учебных комплектов, переданных в детские сады района для активного применения в изучении башкирского языка в рамках проекта Всемирного курултая башкир «Тере һүҙ» («Живое слово»), а также состоялось обсуждение подготовки к межзональному онлайн-семинару по данному направлению. Стоит отметить, что в последние годы работа Комиссии активизировалась. Члены Комиссии, работающие в различных отраслях, стараются на своих местах устранять недостатки в деле сохранения нашего языка. Однако работы еще очень много. В соответствии с требованиями времени в состав Комиссии был включен специалист по искусственному интеллекту. В этой сфере пока много неясностей. Многие, ссылаясь на поверхностные знания, начали создавать различные материалы с помощью искусственного интеллекта. Некоторые публикуют их на своих страницах, не проверяя на наличие ошибок. Это означает, что необходимо установить границы безопасности при использовании искусственного интеллекта, и в этом направлении объем работы Комиссии также будет расти. #Салауатрайоны #КурултайбашкирСалаватскогорайона #ТелдәрбуйынсаКомиссия #Комиссияпоязыкам #Образцовыймуниципалитет #Өлгөлөмуниципалитет