"Өлгөлө муниципалитет.Башҡортостанда тел мәҙәниәте" республика конкурсы сиктәрендә Сала...
"Өлгөлө муниципалитет.Башҡортостанда тел мәҙәниәте" республика конкурсы сиктәрендә Салауат районы башҡорт теле уҡытыусыларының семинары булып уҙҙы. Ул, әлбиттә, уҡыусыларҙа милли рух тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелгән, һәр мөйөшөндә илһөйәрлек, тыуған ергә, тәбиғәт байлыҡтарына, тәбиғи һәйкәлдәргә, тарихҡа, туған телгә ҡарата һөйөү, ихтирамлыҡ, ғорурлыҡ тәрбиәләүгә йүнәлтелгән майҙансыҡтар булдырылған Лағыр урта мәктәбендә үтте. Мәктәп эсендә 3 музей эшләп килә: арҙаҡлы опера артисы, Лағыр ауылында тыуып - үҫкән Хәбир Ғәлимовтың музейы, хәрби - патриотик музей, тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Бер яҡта - башҡорт тирмәһе, коридор буйлап стеналарҙа ошо ауылдың билдәле һәм иң ҙур тармаҡлы ғаиләләренең шәжәрәләре, бер яҡта - шишмә, эргәһендә аҡлан, икенсе яҡта - башҡорт халҡының боронғо көнкүреш әйберҙәре. Шулай уҡ стеналарҙа һәр уҡыусы белергә тейеш булған ауыл тарихы тураһында, Башҡортостан тураһында күп мәғлүмәт. Шулай уҡ балалар төшөргән Салауат Юлаевҡа арналған һүрәттәр. Ғөмүмән Лағыр мәктәбендә милли мөхит булдырылған, һәр уҡыусы уҡыу барышында ошо мөхиттә белем ала. Уҡытыусылар коллективы бик берҙәм. Бар эште бергәләп, уйлашып, һөйләшеп эш итәләр. Семинарға килгән уҡытыусыларҙы милли кейем кейгән уҡыусылар, һәм был мәктәпте икенсе өйө һымаҡ күргән Ситдикова Венера Мәхәсим ҡыҙы ҡаршы алды, сараның программаһын тотторҙолар. Артабан Лағыр ауыл клубының " Мираҫ " халыҡ ансамбленең артистары дәртле йырҙары менән сәләмләнеләр. Ике төркөмгә бүленеп дүрт дәрес ҡараныҡ. Был дәрестәр Башҡортостандың ете мөғжизәһе, сәсәндәр ижадына, арҙаҡлы яҡташыбыҙ сәсән Айҙар Байыҡ ҡобайырҙары, башҡорт халыҡ уйындары һәм башҡорт телендәге тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәр темаларына булды. Дәрестәрҙә балалар әүҙем ҡатнаштылар, уҡытыусылар төрлә методиканы ҡулландылар. Быйылғы 9 синыф уҡыусыларының 4 -һе башҡорт теленән экзаменды һайлаған. Балалар башҡортса шартлатып һөйләшәләр, матур асыҡ итеп шиғырҙар ятлайҙар, йырҙар йырлайҙар, халыҡ бейеүҙәрен бейейҙәр. Был ынтылышта һәр уҡытыусының тырышлығы күренә. Ошо мәктәптең бинаһында урынлашҡан балалар баҡсаһына ла кереп, балалар төркөмө менән танышып, бында ла милли мөхиткә бирелгән иғтибарҙы күреп, бәләкәстәрҙең башҡорт уйыны "Тирмә" уйынын ҡарап сыҡтыҡ. Һәр музейҙа булып, әйтергә кәрәк музейҙарҙа экскурсияны шулай уҡ уҡыусылар алып барҙы, ҙур залда мәктәптең уҡыусылары әҙерләгән концерт ҡарағандан һуң, үткәрелгән, ҡаралған эштәр тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Һәр уҡытыусы үҙенең фекере менән бүлеште. Барыһына ла семинарҙың ошондай форматта үткәрелеүе оҡшаны. Лағыр мәктәбенең балаларҙы тәрбиәләү буйынса ҡуйылған эше һәр мәктәпкә өлгө булып тора. Күп йылдар инде ҙур тырышлыҡ менән мәктәпте бер рухи, патриотик тәрбиә биреү үҙәге кимәленә сығарған хөрмәтле Ситдиков Ринат Даян улына, Ситдикова Венера Мәхәсим ҡыҙына, Ситдиков Зәбир Рәүеф улына, бар уҡытыусыларға, хеҙмәткәрҙәргә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәһе килә. Уңыштар һеҙгә, милләттәштәр! ______________________________________________ Заседание районного методического объединения учителей башкирского языка МКУ отдела образования Салаватского района при участии председателя курултая башкир Салаватского района прошло на базе МОБУ СОШ села Лагерево. Лагеревская школа стала центром патриотического и национального воспитания. В школе работают 3 музея: краеведческий, военно-патриотический, музей артиста оперы, уроженца села Лагерево Хабира Галимова. На стенах родословные известных семей села. Мама национального героя башкирского народа Салавата Юлаева Кунсылыу была из рода Тырнаклы, к которой относятся лагеревцы. В музеях экскурсоводы - ученики. В каждом уголке школы оформлены мини-музеи. Здесь для проведения уроков много подручных материалов: все посвящено истории, культуре башкирского народа. Также много материалов о Республике, о Салавате Юлаеве, о других известных людях - земляках. Учителя посетили открытые уроки, посмотрели небольшой концерт, подготовленный учениками, побывали в детском саду, затем провели анализ мероприятий. Каждому было чему научиться.