АДМИНИСТРАЦИЯ СЕЛЬСКОГО ПОСЕЛЕНИЯ 1-ИТКУЛОВСКИЙ СЕЛЬСОВЕТ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БАЙМАКСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Без категории · 26 марта 2026 г.
Хөрмәтле ауыл халҡы . — 26 марта 2026 г. в 14:40:00.011
Хөрмәтле ауыл халҡы . Рәсәйҙә кешеләр һәм хайуандар өсөн дөйөм ауырыуҙар буйынса эпизоотик хәл ҡырҡа насарая бара. Район территорияһында сирҙең таралыуына юл ҡуймау өсөн шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында йорт хайуандарына (эре һәм ваҡ мөгөҙлө мал) ашығыс вакцинация үткәрергә кәрәк. Вакцинация түләүле нигеҙҙә үткәреләсәк. Ике тапҡыр вакцинациялауҙың яҡынса хаҡы бер баш малдан 100 һум тәшкил итәсәк. Был суммаға вакцинаның хаҡы һәм ветеринария хеҙмәттәре эше инә. Сикләнгән сроктар менән бәйле һеҙҙән 29 мартҡа билдәләгән яуаплы кешеләргә аҡса тапшырыуығыҙҙы һорайбыҙ.

