АДМИНИСТРАЦИЯ СЕЛЬСКОГО ПОСЕЛЕНИЯ 1-ИТКУЛОВСКИЙ СЕЛЬСОВЕТ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БАЙМАКСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Без категории · 19 апреля 2026 г.
🔥 Урманды уттан һаҡлағыҙ! — 19 апреля 2026 г. в 04:53:21.208
🔥 Урманды уттан һаҡлағыҙ! 8 апрелдән Башҡортостан урмандарында янғын хәүефе осоро асылды. Был осорҙа урмандарҙа ут яғыу, янып торған шырпы, тәмәке төпсөгө ташлау, быяла һәм шешәләр ҡалдырыу; урмандарҙа һәм баҫыуҙарҙа үлән яндырыу, урман әҙерләүселәргә ҡырҡынды ҡалдыҡтарын яндырыу ҡәтғи тыйыла. ❗️Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ штрафтар ҡаралған: • граждандар өсөн — 60 мең һумға тиклем; • вазифалы кешеләр өсөн — 110 мең һумға тиклем; • ойошмалар өсөн — 2 миллион һумға тиклем. ☎ Урман янғыны үҙәген күреп ҡалһағыҙ, түбәндәге телефондар буйынса шылтыратығыҙ: • Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәте: 8 (347) 218-14-14; • урман һаҡлауҙың берҙәм номеры: 8 800 100 94 00. Башҡортостан урмандарын бергәләп һаҡлайыҡ! 🌲

