Администрация сельского поселения Баимовский сельсовет муниципального района Абзелиловский район Республики Башкортостан
Новости · 12 мая 2026 г.
Бөйөк Еңеү көнө — 9 май! — 12 мая 2026 г. в 10:07:23.882
Бөйөк Еңеү көнө — 9 май! Был көн — беҙҙең яугирҙарыбыҙға, батыр атай-олатайҙарыбыҙға оло хөрмәт көнө. Улар ирек һәм тыныслыҡ өсөн көрәшкән, беҙгә бәхетле киләсәк бүләк иткән. Байрамдың төп йәме, әлбиттә, һалдат бутҡаһы. Асыҡ һауала ҡайнаған, ут еҫе һеңгән бутҡа – шул ауыр йылдарҙың тере иҫтәлеге. Ә йыуаса – өй йылыһы, матурлыҡ, таҙалыҡ символы. Бөгөн улар бергә: бутҡа ла, йыуаса ла – барыһы ла еңеү өсөн, барыһы ла тыныслыҡ өсөн. Еңеүсе быуынға баш эйәбеҙ! Беҙ — еңеүселәрҙең тоҡомо! #еңеүкөнө #һалдатбутҡаһы #9май

