Администрация сельского поселения Баимовский сельсовет муниципального района Абзелиловский район Республики Башкортостан
Новости · 23 июня 2026 г.
Быйыл «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы Байым ауылы биләмәһендә Яйҡар ауылында үтте. Кө... — 23 июня 2026 г. в 06:19:00.732
Быйыл «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы Байым ауылы биләмәһендә Яйҡар ауылында үтте. Көндәр ямғырлы тороуына ҡарамаҫтан, 20 июнь көнө яйҡарҙарҙы һәм ауылын , йыраҡ араларҙы яҡынайтып, һағынып ҡайтыусыларҙы, ҡояшлы көн менән сәләмләне, гүйә тәбиғәт тә ауылдың төҙөкләнеп, матурайып ҡалыуына шат ине. Был көндө Яйҡар ауылы халҡы менән байрам кәйефен уртаҡлашырға район үҙәгенән хөрмәтле ҡунаҡтар ҙа килде. Әбйәлил районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Фәнил Әсәҙуллин , райондың баш табибы Илгиз Килдейәров, райондың ветерандар ойошмаһы етәксеһе Ансар Төлкөбаев, Байым ауылы биләмәһе етәксеһе Даян Фәтхуллин, Күбәләк ырыуының ҡор башы Исрафил Йәнсәйетов ауыл халҡына изге теләктәрен еткерҙе. Яйҡар ауылының арҙаҡлы шәхестәренең береһе, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Арыҫланов Яныбай Сәйфетдин улы ҡунаҡтарға ауыл тарихын һөйләп ишеттерҙе. Байрам дәртле йыр-бейеүҙәр, спорт ярыштары менән аралышып барҙы. «Гөрләүек» фольклор ансамбле байрамдың төп биҙәге булды. Әйткәндәй, башҡорт милли спорт ярышы — көрәште, МХО-ла батырҙарса һәләк булған улдары Айҙар иҫтәлегенә, Миләүшә һәм Ғаяз Сәғәҙәтуллиндар ойошторҙо. Байрам барышында, Батыр Баһауетдинов һәм ауылдың активы ауыл тормошонда һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштар, ауылдың иң оло, иң кесе кешеһен тәбрикләнеләр. Байрам матур һәм ойошҡанлы үтте, яйҡарҙар байрамға төплө әҙерләнгән , хатта бәләкәй генә ауылда ике стелла ҡалҡып сыҡҡан, байрам майҙансығын тимер профлист менән уратып алғандар, уңай булһын тип ҡоҙоҡ та ҡаҙҙырғандар. Яйҡар ауылы халҡы һәр ваҡыт шулай берҙәм булһын, ауыл үҫһен, йәшәһен, йәштәр ауылға ҡайтһын!

