Администрация сельского поселения Баимовский сельсовет муниципального района Абзелиловский район Республики Башкортостан
Новости · 22 июня 2026 г.
Әссәләмү ғәләйкүм, хөрмәтле минең халҡым, хөрмәтле иптәштәр.Кисәге,20 июндә Яйҡар ауылы... — 22 июня 2026 г. в 02:09:14.689
Әссәләмү ғәләйкүм, хөрмәтле минең халҡым, хөрмәтле иптәштәр.Кисәге,20 июндә Яйҡар ауылында "Һаумыһығыҙ ауылдаштар" байрамы үтте.Мин үҙемдең шәхси фекеремде яҙам.Байрам бик юғары кимәлдә үтте.Аллаһтың ярҙамында,ойоштороу ағзаларының,халыҡтың әүҙемлеге менән ошо байрам шундай кимәлдә үткәндер.Бөтәһе лә үҙ урынында, үҙ эштәрен еренә еткереп башҡарҙы.Һәр бер ауыл кешеһе үҙ йортон ипкә килтерҙе,бар хәлдәренсә тырыштылар.Шуны әйтеп китеү бик мөһимдер,бер кеше зарланманы,ҡыйын,ауыр,һуғыш бара, аҡса юҡ тип.Халыҡ аңлап эшләне,был байрам үҙҙәре өсөн икәнен ,йорт ихаталарыбыҙҙың,ауылдың төҙөкләндереүенә,матурайыуына,яңырыуына килтерәсәген,үҙҙәре , үҙҙәренең ауылы өсөн тырышып эшләнеләр.Әлбитта,һөҙөмтәһе булды.Ошо халҡын ошо изге эшкә ойоштора алған "ойоштороү"ағзаларына,ойоштороу ойошмаһының хужаһы Батыр Даутович Баһаутдиновҡа,ауылдың старостаһы Сабиров Ирек Ишмурат улына ,оҙаҡ йылдар ауылдың старостаһы булып эшләгән Сагадатуллин Рөстәм Зөлфәр улы һәм, әлбиттә,Байым биләмәһенең мәҙәниәт блогын етәкләүсе Зәмирә Яҡуп ҡыҙына һәм уның командаһына,ауылдың мәҙәниәт үҙәгенең етәксеһе Резеда Дауыт ҡыҙына,Яйҡар ауылының женсовет ағзаларына ҙур рәхмәтемде еткерәм.Ошо иптәштәрҙең ярҙамында шундай матур сара үткәрелде.Иң мөһиме,тыныс, имен үтте.Бөтәгеҙ менән дә Аллаһ Риза булһын.

