Администрация сельского поселения Баимовский сельсовет муниципального района Абзелиловский район Республики Башкортостан
Новости · 2 июля 2026 г.
"Батыр үлһә лә - даны үлмәй" - тиелә халыҡ мәҡәләлендә. Махсус хәрби операцияла беҙҙең ... — 2 июля 2026 г. в 09:45:42.415
"Батыр үлһә лә - даны үлмәй" - тиелә халыҡ мәҡәләлендә. Махсус хәрби операцияла беҙҙең тыныс тормош өсөн ғүмерҙәрен аямаған яугирҙар рухына бағышланған һәйкәл булдырыу - беҙҙең изге бурыстарыбыҙҙың береһе. Уларҙың рухына, батырлығына арнап, яуҙа ҡатнашҡан ауыл егеттәре хөрмәтенә стела эшләү эше башланды. Был изге эштең башында — батырҙарҙың туғандары, ҡатындары, ата-әсәләре. Улар иң яҡын кешеләр булараҡ, йөрәк яраһы менән дә, ҡул көсө, финанс яҡтан да ҙур өлөш индерә. Был ҡыйыу эштә айырыуса ҙур ярҙам күрһәттеләр: - ҡоролтай депутаты Зәйтүнов Йәлил Насип улы, - Ғабдин ауылы депутаты Гильмитдинов Фидан Зәйнулла улы. Улар финанс яғынан да, строй материалдар менән дә булышты. Уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Шулай уҡ эштә ҡатнашып, ярҙам ҡулы һуҙған Юмагулов Уралға, Исламов Илнурға, Зиязитдинов Хәлилгә, Субхангулова Зөһрәгә һәм барлыҡ ярҙам итеүселәргә ихлас рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, иғтибарығыҙ батырҙарыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштерәсәк. Бергә булғанда ғына көслө беҙ. Ошо изге эште хуплап, теләүселәр ҙә ҡушылһын. Һәр ярҙам — ҡиммәтле, һәр кеше — мөһим. Оло рәхмәт һеҙгә, яҡташтар!

